Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 11:46

Резервтағы хәрбиҙәр йыйыла


Ул арала Республиканың хәрби комиссариаты резервтағы хәрбиҙәрҙе йыйырға әҙерләнә. Әстрәхан өлкәһендә урынлашҡан полигонға Башҡортостандан 380 кеше оҙатыласаҡ. Зенит-ракета ғәскәре составына ҡараған резервистар 87 төр хәрби һөнәргә ҡарай.
Быға тиклем резервтағы хәрбиҙәр Башҡортостандағы полигондарҙа ғына белемен камиллаштыра ине. Әле Рәсәй оборона министрлығының финанс ярҙамы арҡаһында, махсус әҙерлек үтеү өсөн икенсе өлкәгә сығыу мөмкинлеге бар. Әстрәхан өлкәһенә республиканан махсус хәрби техника ла оҙатыласаҡ. Мобилизация уҡыуҙары март айына билдәләнгән. Резервтағы хәрбиҙәр эшләгән ойошмаларға команда-штаб уҡыуҙары хаҡында 10 көн элек хәбәр ителәсәк. Сираттағы мобилиҙация уҡыуҙары август-сентябрь айҙарына ҡаралған.Унда республиканан 1800 запастағы хәрби саҡырыласаҡ. Улар Әлкә ҡасабаһында һәм Пермь крайында Полигондарға оҙатыласаҡ.

XS
SM
MD
LG