Accessibility links

җомга, 2 декабрь 2016, Казан вакыты 23:08

Өфөлә балалар баҡсалары етмәү


Башҡортостан президентының кисәге көнө ошо мәсьәләне хәл итеүгә арналды. Башҡалала мәктәпкәсә йәштәге балалар 50 меңгә яҡын. Әммә уларҙың барыһына ла балалар баҡсаларында урын етмәй. Үҙ сабыйҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырыу мәсьәләһе менән Өфөлә барлыҡ ата-әсәләрҙең дә осрашҡаны барҙыр. Кемдер уны хәл итеү өсөн һәйбәт таныштарын, кемдер ҙур суммаллы аҡса ҡуллана. Көсөргәнешлек сәбәбе, әлбиттә, балалар баҡсаһы етмәүҙә. Өфөлә сабыйҙарҙың 63 проценты балалар баҡсаһы менән тәъмин ителгән. Ә Сипайлово биҫтәһендә һәм Киров районында был күрһәткес 30 процент ҡына. Өфөлә балалар баҡсаһының 93 проценты муниципаль милеккә ҡарай. Улар ҡала бюджетынан финанслана.

XS
SM
MD
LG