Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 21:27

Республика парламенты 5 йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһаны


3-сө саҡырылыш Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай үҙ мөҙҙәтен тамамланы. Бөгөн депутаттар һуңғы ултырышын уҙғарҙы. Унда спикер Константин Толкачев 5 йыллыҡ эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны. Депутаттар бик яҡшы эшләне, төрлө йәһәттән дә әһәмиәтле ҡанундар ҡабул иттек тине спикер.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, тәбиғәт ресурстары, тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология буйынса комитеты рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев та уҙған йылдарҙағы эшмәкәрлектәренә туҡталып емешле эшләнек, әлбиттә барыһына ла өлгөрөп булмай, 4-се саҡырылыштағы депутаттарға ла эшләргә байтаҡ эштәр ҡалдырҙыҡ тине ул.
Парламент ултырышы көн тәртибенә депутат Эдвард Мурзин ике мәсьәлә өҫтәргә саҡырҙы. Уларҙың береһе Башҡортостандан Думаға һайланған Павел Крашенинниковтың ҡанун башланғысына бәйле. Ул Рәсәйҙә үлем язаһын бөтөрөүҙө яҡлап сыҡҡан икән.
Эдвард Мурзин тәҡдим иткән тағы бер мөрәжәғәт- Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимовтың иң ғоманлы шәхес тип атау. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостан, уның халҡы өсөн күпме тырышып эшләне, уны гуманист итеү тураһында мөрәжәғәтте Парламент секретариатына тапшырҙым, әйҙәгеҙ бөгөн тикшерәйек тине Эдвард Мурзин. Ул президентҡа ғоманлы исемен биреүҙе ҡарауҙан бер кем дә баш тартмаҫ тип уйлаһа ла, Мурзиндың тәҡдимен бер кем дә хупламаны.

XS
SM
MD
LG