Accessibility links

Кайнар хәбәр

Дмитрий Медведев Өфөлә булып китте


Дмитрий Медведев (с) Мортаза Рәхимов менән
Дмитрий Медведев (с) Мортаза Рәхимов менән

Бурандар булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев бөгөн Өфөгә килде.


Өфө аэропортына ул төнгө сәғәт өстәрҙә килеп төштө. Осҡос янына журналистарҙы индермәнеләр. Бының сәбәптәрен аңлатыусы булманы. Иртән беренсе вице-премьерҙың эш графигынан Ҡырмыҫҡалы районында пенсия фондының клиент хеҙмәте менән танышыу пункты төшөп ҡалды. Ҡырмыҫҡалыла иһә Дмитрий Медведевты ҡаршы алабыҙ, тип урамдарҙы ялап тиерлек ҡуйғайнылар.

Беренсе вице-премьерҙың Башҡортостанға сәфәре бына шулай башланып китте. Дмитрий Медведев тәүҙә оло йәштәгеләр өсөн приютты ҡарап сыҡты. Приюттар хәҙерге Рәсәйҙең яраһы. Шуға ла уларға бармайынса мөмкин түгел. Медведев приюта ҡарттар менән аралашты, уларҙың көнитмеше менән ҡыҙыҡһынды. Әлбиттә, ҡарттар барыһы ла әйбәт тиеүҙән ары китмәне, ҙур кешегә аһ-зарын һөйләмәне.

Әммә һуңынан төбәктәр аһ зарын Татарстан президенты Минтимер Шәймиев еткерҙе. Республика етәкселеге Мәскәү ҡунағына яңы төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған Пенсия фонды бинаһын да күрһәтте. Дмитрий Медведевтың Республика президенты менән осрашыуы ла иғтибарға лайыҡ. Сөнки ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары ике етәксе осрашыуында Башҡортостандың артабанғы яҙмышы хәл ителеүе ихитмал тип яҙып сыҡҡайны. Әммә, ғәҙәтәгесә, һөйләшеү ябыҡ ишектәр артында барғанлыҡтан мәғлүмәт ҡоро һандарға, республикала милли проекттарҙың нисек үтәлешенә генә ҡайтып ҡала.

Әлбиттә, республикала Дмитрий Медведевтың сәфәренең ябай түгеллеген, һайлау алды туры икәнен яҡшы аңлайҙар. Һайлауҙарға аҙна самаһы ваҡыт ҡалғанда, беренсе вице-премьерҙың Рәсәйҙең тап уртаһындағы төбәктә халыҡтың уй-ниәттәре менән танышыуы осраҡлы түгел. Тик урыҫтар ғына йәшәгән төбәктәр буйынса һорауҙар юҡ, ә бына ҡатнаш халыҡ-башҡорт һәм татарҙар нисек тауыш бирер? Улар менән килешеп булырмы? Барып күренеп китергә кәрәк, тип уйлағындыр Дмитрий Медведев.

Башҡортостан социологтары иһә уға ҡайғырырға урын юҡ, тип белдерә. Һуңғы социологик тикшереүҙәр Медведев әфәнденең 79 процент тауыш йыйыуын күрһәткән. Геннадий Зюгановтыҡы иһә 15 процент ҡына. Бына шулай. Быға тиклемге һайлауҙар күрһәтеүенсә, һайлауҙарҙан һуң проценттар артып китә. Быға инде айырым көстәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. 2-се мартта Республика биләмәләрендә 3 мең 560 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Әле уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек буйынса ентекле тикшереү үтте. Бөгөндән участкаларҙа тәүлек әйләнәһенә дежур ойошторола. Был һайлау бюллетендәрен урындарға еткереүгә бәйле.

Сәйәси кампанияла республиканан 2 миллиондан ашыу кеше үҙ тауышын бирер, тип көтөлә. Әле төбәк һайлау участкаларында бюллетендәрҙе урындарға еткереү эше менән мәшғүлдәр. Комиссия ағзаларының эше милиция хеҙмәткәрҙәре һағы аҫтында алып барыла. Бюллетендәр алып киленеү менән республикалағы барлыҡ һайлау участкалары тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтына алынасаҡ. Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреүгә әҙерлек барышында уҡ дүрт тиҫтәнән ашыу һайлау учаскаһы өҫтәлмә күҙәтеүгә алынған.

Ете йөҙҙән ашыу участка һаҡ һәм янғын сигнализацияһы менән йыһазландырылған. Әле барлыҡ финанс-кредит ойошмалары, ҡорал, наркотик һәм психотроп матдәләр һаҡланған биналар техник йыһазландырыу һәм террорҙан һаҡланыу йәһәтенән махсус тикшереү үтә. Тимер Юл вокзалы, халыҡ-ара Өфө аэропорты кеүек халыҡ күпләп йыйылған обьекттарҙа ла милиция патрулдәре көсәйтелгән.Һайлауҙар барышын күҙәтеү өсөн Башҡортостанға Европа шураһының парламент ассамблеяһы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе башҡарма комитеты вәкилдәре килә. Комитет рәйесе урынбаҫары Наурыз Айҙаров әйтеүенсә, 2001-се йылдан күҙәтеүселәр элекке союздаш республикаларҙа үткән 39 һайлауҙа ҡатнашҡан.
XS
SM
MD
LG