Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 19:21

Башкортостандагы данлыклы “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө өр-яңы программаһын әзерләп бөттө.

“19 йыл бергә” тип аталган яңы программаны популяр сәнгать коллективы 1 март көндө Башкортостан дәүләт филармонияһында тәүге тапкыр тамашасыларга тәкъдим итә. Яңы тамашаның “19 йыл бергә” тип ябай гына аталыуы ла тәбигый. Тап бына 19 йыл элек биш башкорт егете “Карауанһарай”га нигез һалгайны.

Әлбиттә, 19 йыл эсендә был төркөмдә үзгәрештәр зә булды. Бында ижат итә башлаган талантлы егеттәрзең кайһыберзәре башка яуаплы эштәргә күсте, йә булмаһа аерым төркөмдәр ойошторзо. Шулай за “Карауанһарай” таралманы, һакланып калды һәм уга яңы йырсылар, музыканттар килһә лә, популярлыгын югалтманы ул. Сөнки элек һайлаган кибла – ижадтагы халыксанлык шул килеш калды.

Бөгөнгө көндә “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнә уга тәүге көндәренән үк тогро булган йырсы, музыкант һәм композитор Мәхмүт Нәзершин етәкселек итә. Яңы тамаша уңайынан әңгәмәне лә уның менән ойошторзок.

19 йыл буйы эшләп тә таркалмаган һәм популярлыгын һис югалтмаган был сәнгать төркөмө. Быны сере нимәлә? Әңгәмәбез ошо һораузан башланды:

“Беззең шулай озак эшләүзең һәм популярлыктың сере халыксанлыкта, - ти Мәхмүт Нәдершин. –Без фольклор менән эстраданы бергә куша алдык һәм был йәштәргә лә, өлкәндәргә лә бик окшаны. Татар һәм башкорт йырзарын замансалаштырып башкарыу за зур уңыш килтерзе”.

Башкортостандагы данлыклы “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе, танылган йырсы, музыкант һәм композитор Мәхмүт Нәзершин әйтеүенсә, “Карауанһарай” сәнгәткәрзәре яңы программа әзерләп бөттө һәм уны тамашасыларга Өфөлә 1 март көндө тәү тапкыр Өфөлә тәкъдим итә. Ә унан һуң республика райондарына, шулай ук Силәбе өлкәһенә һәм Татарстанга гастрольдәр көтөлә.

XS
SM
MD
LG