Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 07:41

Башҡортостан прокуратураһы коррупция менән көрәште ҡәтғиләндерә


Башҡортостан прокуратураһы коррупция менән көрәште ҡәтғиләндерә. Прокуратура ҡарамағында коррупцияға ҡаршы көрәш хаҡындағы ҡанундың үтәлешен тикшереү буйынса бүлек ойошторолған. Бүлек 4 кешенән тора. Уларҙың төп бурыстары-ошо өлкәләге ҡанунлыҡты нығытыу, ватандаштарҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, таҙа ҡуллы булмаған түрәләргә ҡарата саралар күреү. Коррупцияға ҡаршы көрәш бүлегенең Республиканың ошо туралағы ҡанунына дәғүәһе лә бар. Унда минималь һәм иң юғары штрафтар нисбәте 10 тапҡырға айырыла. Шуға күрә улар фекеренсә, вазифа биләүселәрҙе аҡсалата язалағанда тап коррупция осраҡтары күп- уларға башлыса минималь түләүҙәр генә бирәләр. Шуға күрә прокуратура иң аҙ һәм иң юғары штрафтар айырмаһын ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Әйткәндәй ҡанун проектын тәүге уҡыуҙа тикшергәндә уларҙың тәҡдимен иҫәпкә алғандар.

XS
SM
MD
LG