Accessibility links

Кайнар хәбәр

Октябрьскийда янғында сабыйҙaр һәләк булды


Кисен ата - әсәләре балаларын ҡалдырып урамға сыға. Бер ни тиклем ваҡыт уҙғандан һуң, әсә кеше кире өйгә ҡайта. Йорттан сыҡҡан төтөндө күреп, ул өлкән балаһын алып сыға. Әммә, сабый төтөндән тонсоға. Икенсе сабыйҙың мәйетен янғын һүндереүселәр таба. Белгестәр әйтеүенсә, фажиғә сәбәптәре ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуҙа йәки мейестең төҙөкһөҙлөгөнә бәйле. Фажиғә сәбәптәре тураһында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле Эдуард Вәлиев:
”Уҙған аҙнала Стәрлебашта ла ошондай фажиғә теркәлгәйне. Тәтербаштағы янғында өс баланың ғүмере өҙөлдө”,-тине ул.
XS
SM
MD
LG