Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рәхимов: Республика тандем өсөн тауыш бирҙе


Рәхимов: Республика тандем өсөн тауыш бирҙе
Рәхимов: Республика тандем өсөн тауыш бирҙе

Илдең яңы президенты өсөн граждандар ышанысы бик мөһим. Республикала беҙ фиҙакәр хеҙмәт менән уға ярҙам итербеҙ тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы.


Республика президенты Рәсәй президенты һәм Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙарға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, Башҡортостанда 90 проценттан ашыу һайлаусының гражданлыҡ бурысын үтәүе уларҙың ил киләсәгенә битараф булмауын күрһәтә. Был граждандарҙың дәүләт власы һәм идара итеү органдарына ышаныс билдәһе лә. Республикала һайлауҙар тыныс һәм эшлекле шарттарҙа, закон боҙоуҙарһыҙ үтте. Һәр кем үҙ фекерен белдерә алды.

Дмитрий Медведев көслө сәйәсмән. Ул милли проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырып халыҡ араһында танылыу алды. Беренсе вице-премьерҙың Өфөгә килеүе лә мөһим әһәмиәткә эйә булғандыр тип уйлайым. Сөнки Башҡортостанда һайлаусыларҙың 88 проценты уның өсөн тауыш бирҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улы билдәләүенсә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәк. Киләһе йылдарға бурыстар билдәле-инновациялар нигеҙендә иҡтисади үҫеште тиҙләтеү, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, һөҙөмтәле социаль сәйәсәт, власть һәм дәүләт идараһы институтарын нығытыу, граждандар йәмғиәтенең артабанғы үҫешен тәэмин итеү. Илдең ғәмәлдәге президенты Владимир Путин да, Дмитрий Медведев та был бурыстар хаҡында әйткәне бар.

Илдең яңы президенты өсөн граждандар ышанысы бик мөһим. Республикала беҙ фиҙакәр хеҙмәт менән уға ярҙам итербеҙ тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Республика президенты республика парламентының һәм ҡала советтарының яңы составтары элекке кеүек үк аныҡ эштәр менән шөғөләнер тигән ышаныс белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа күпселек "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе вәкилдәре. Шуға ла мин беҙҙең парламент артабан да һөҙөмтәле эшләр тип ышанам. Һайлауҙар республикаға тик ыңғай һөҙөмтәләр генә килтерәсәк-Башҡортостанда йәшәү кимәле, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда тағы ла юғарыраҡ булырға тейеш.
XS
SM
MD
LG