Accessibility links

җомга, 24 март 2017, Казан вакыты 03:06

Өфөнең мэр вазифаһына конкурс иғлан ителде


Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына бәйге 27-се мартта буласаҡ. Ҡала шураһының яңы составының тәүге ултырышында шулай ҡарар ителде. 2-се марттағы һайлауҙа ҡала шураһына яңы депутаттар һайланғайны. 35 депутаттың 17-һе быға тиклемге саҡырылышта ла депутат булып эшләгәйнеләр. Шура рәйесе итеп ҡайтанан Ирек Ниғмәтуллин һайланды.
Ҡала мэры башлығына конкурс 27-се мартта буласаҡ. Уның һөҙөмтәләре билдәле булғанға тиклем хакимиәт башлығы вазифаһын ғәмәлдәге мэр Павел Качкаев биләйәсәк.

XS
SM
MD
LG