Accessibility links

Йүнсел асарбаҡтар дарыуханаларҙы һемәйтә


Өфөлә бер асарбаҡ дарыухана хеҙмәткәрҙәрен 2 меңгә алдаған. Һуңынан асыҡланыуынса, асарбаҡ сүп һауыттарынынң береһендә кибеттәрҙә һатылған шаяртыуҙар банкы серияһына ҡараған берәр мең һумлыҡ 3 банкнот таба. Береһе менән эргәләге дарыуғанаға килеп 13 һумлыҡ иҫеркес шыйыҡса ала. Һатыусы уға 987 һум аҡса ла бирә. Дәртләнеп киткән асарбаҡ бер аҙҙан тағы ла бында килеп йәнә бер шешә шыйыҡса һәм 987 һум алып китә. Һатыусы бер ни ҙә һиҙмәй. Иртәгәһенә иһә аптекала эшләүселәрҙең береһенә эш хаҡын сувенир купюрала бирәләр. Ул үҙ сиратында был аҡса менән банкта кредит өсөн иҫәпләшкәндә генә мутлыҡ асыҡлана. Дарыуханаға 3-сө тапҡыр һуңғы купюраһы менән килгән асарбаҡ ҡулға алына. Ул мутлыҡта ғәйепләнеп 5 айға хөкөм ителә.
XS
SM
MD
LG