Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 23:11

С.Перовская урамында емерелгән гараждан зыян күрүселәр аҡса аласаҡ.


Өфөлә гараж комплексы емерелеү арҡаһында зыян күргән хужаларға автомобилдәр өсөн айырым хаҡ түләнәсәк. Әле махсус төркөм ҡаза күләмен баһалай. Һәр машинаға страховкалау ҙа төрлө буласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, тәүге түләүҙәр ике аҙнанан башҡарыла.
Өфөнөң инвестиция – төҙөлөш комитетының баш инженеры Рәфис Ғәлекәев һүҙҙәренә ҡарағанда, был майҙанда урынлашҡан башҡа биналарға хәүеф янамай. Ер аҫтында бушлыҡ юҡ.
Гараж емерелеүҙең сәбәптәре бер нисә булыуы ихтимал. Рәфис Ғәлекәев әйтеүенсә, гаражды яҡын арала киренән тергеҙеү ҡарала.
Өфөнөң Софья Перовская урамындағы 48-се йорт ихатаһында урынлашҡан был гаражда башлыса сит илдә сығарылған ҡиммәтле машиналар ултырған булған. Ҡаза күреүселәр араһында Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаев та бар. Уның да иномаркаһы ошонда иҙелгән.

Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашып республика президенты Мортаза Рәхимов дәғүәләр тейеш, ғәйеплеләр компенсация түләргә тейеш тип билдәләне. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, ошондай хәл булғанда әлегә тиклем бер кемдең дә ярҙамһыҙ ҡалғаны юҡ. Янһалар ҙа, емерелһәләр ҙә ярҙам итәбеҙ бит, тине Мортаза Рәхимов.

XS
SM
MD
LG