Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 20:49

Академик Зиннур Ураҡсиндың исемен мәңгеләштереү кемгә ҡамасаулай


Ырымбурҙа йәшәгән милләттәштәр яҡташтары Зиннур Ураҡсиндың исемен мәңгеләштереү башланғысы менән сыҡҡайны.

Ырымбурҙа йәшәгән милләттәштәр яҡташтары Зиннур Ураҡсиндың исемен мәңгеләштереү башланғысы менән сыҡҡайны.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Республиканың Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, танылған тел белгесе Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин бер йыл элек вафат булды. Ул тап Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫкән. Хәҙер урындағы башҡорттар ҡоролтайы өлкәнең Төйлөгән районында Аллабирҙе мәктәбенә Зиннәр Ураҡсиндың исемен биреү, мәктәпкә таҡтаташ ҡуйыу уйы менән йәшәй. Был изге эштә мәрхүмдең туғандары аҡсалата ярҙам да күрһәтә. Тик 22-се мартҡа тәғәйенләнгән иҫкә алыу кисәһе һәм мәктәпкә исем биреү тантанаһы өҙөлдө. Аллабирҙе мәктәбе директоры йәнәһе лә ырымбурҙар үҙҙәренә бер ярҙамы ла теймәгән яҡташтарының исемен мәңгеләштерергә теләмәй. Урындағы ҡоролтай ағзаһы Дауыт Амангилдин мәктәп директоры Сания ханым Күлбаеваның был ҡылығына аптырауын белдерә. Төбәктә йәшәгән 55 мең башҡорт исеменән ошондай хәбәр һөйләргә ни хаҡы бар уның тип иҫәпләй Дауыт әфәнде.

XS
SM
MD
LG