Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 17:10

“Карауанһарай” төркөмө Казанга ла йыйына


Башкортостандагы данлыклы “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмө үзенең элекке һәм яңы сәнгәт осталары менән өр-яңы тамашаһын әзерләп бөттө.

“19 йыл бергә” тип аталган яңы программаны популяр сәнгать коллективы иң тәүзә тамашасыларга Башкортостан дәүләт филармонияһында тәкъдим итте. Унан һуң республиканың бернисә районында ла ижад сәфәрендә булып кайтырга өлгөрзө улар. Хәзер инде улар тагы ла гастрольдәргә йыйына. Ә май айында “Карауанһарай” егеттәре Казан калаһына юлланырга ниәтләй.
Яңы тамашаның “19 йыл бергә” тип ябай гына аталыуы ла тәбиги. Тап бына 19 йыл элек биш башкорт егете “Карауанһарай”га нигез һалгайны.
Әлбиттә, 19 йыл эсендә был төркөмдә үзгәрештәр зә булды. Бында ижат итә башлаган талантлы егеттәрзең кайһыберзәре башка яуаплы эштәргә күсте, йә булмаһа аерым төркөмдәр ойошторзо. Шулай за “Карауанһарай” таралманы, һакланып калды һәм уга яңы йырсылар, музыканттар килһә лә, популярлыгын югалтманы ул. Сөнки элек һайлаган кыйбла – ижадтагы халыксанлык шул килеш калды.
Бөгөнгө көндә “Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнә уга тәүге көндәренән үк тогро булган йырсы, музыкант һәм композитор Мәхмүт Нәзершин етәкселек итә. Яңы тамаша уңайынан әңгәмәне лә уның менән ойошторзок.
19 йыл буйы эшләп тә таркалмаган һәм популярлыгын һис югалтмаган был сәнгать төркөмө. Бының сере нимәлә? Әңгәмәбез ошо һораузан башланды.
“Беззең шулай озак эшләүзең һәм популярлыктың сере халыксанлыкта. Без фольклор менән эстраданы бергә куша алдык һәм был йәштәргә лә, өлкәндәргә лә бик окшаны. Татар һәм башкорт йырзарын замансалаштырып башкарыу за зур уңыш килтерзе”, - ти Мәхмүт Нәдершин.

XS
SM
MD
LG