Accessibility links

Кайнар хәбәр

Мортаза Рәхимовтың өмөттәре аҡланды


Павел Качкаев Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.Ҡала шураһы уның кандидатураһын хуплап тауыш бирҙе.

Өфө халҡы өр-яңы иҫке башлыҡлы булды. Ҡала шураһы Павел Качкаевты ошо вазифаға конкурс нигеҙендә билдәләп ҡуйҙы. Хакимиәт башлығы кем буласағын алдан уҡ аныҡ төҫмөрләргә мөмкин ине. Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың яңы корпусының тәүге ултырышында уҡ президент Мортаза Рәхимов Павел Качкаев булыр тип өмөтләнәм тигәйне, өмөттәре аҡланды.
2-се мартта Рәсәй президент, Башҡортостан парламент депутаттарын һайлағанда Өфө халҡы ла урындағы Шура өсөн тауыш биргәйне. Ҡанунға ярашлы, яңы Шура яңы башлыҡ тәғәйенләргә тейеш. Бының өсөн конкурс комиссияһы ла ойошторолдо. 6 кешенең 4-һен ҡала шураһы, 2-һен республика парламенты билдәләне. Ошо 6 баһаламасылар мэр вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең алдағы йылдарға эшмәкәрлеге программаһын тикшерҙе. Павел Качкаевтың ҡаланы үҫтереү, кешеләрҙең йәшәү шартарын яҡшыртыу буйынса вәғәҙәләре яҡшы тип табылды.
Павел Качкаевҡа 57 йәш. Ул Шишмә районында тыуған, Өфө дәүләт авиация-техник университетында инженер һөнәрен алған. Прогресс ширҡәте етәксеһе, Өфөнөң Ленин районы башлығы, ҡала хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып эшләгәндән һуң 2003-сө йылда, яҡташы Рәүф Ноғомановты алмаштырып, ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
XS
SM
MD
LG