Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 13:58

Миҙалға бер аҙым


Салауат Юлаев командаһына алтын миҙалға бер аҙым ҡалды. Сергей Михалев тәрбиәләнеүселәре кисә Локомотивты 4-кә 1 иҫәбенә отто. Шулай итеп, серияла иҫәп юлаевсылар файҙаһына 2-гә 1. Салауат Юлаев командаһына үҙ тарихында беренсе тапҡыр чемпион исемен яулау өсөн Ярославль хоккейсыларын тағы бер тапҡыр еңергә кәрәк. Сериялағы 4-се матч иртәгә Ярославлдә үтәсәк.

Юлаевсыларҙың еңеүен Өфө фанаттары бөгөн төнө буйы байрам итеп сыҡты. Төнгө ун икеләрҙә урамдар машиналар менән тулы ине. Көйәрмәндәр тәҙрәләрҙән яртылаш кәүҙәләрен сығарып Башҡортостан әләмдәре менән үҙәк урамдарҙан үтте. Милиция хеҙмәткәрҙәре лә фанаттар байрамына ҡамасауламаны. 23 сәғәттән һуң ҡанун буйынса шаулау тыйыла. Әммә был юлы ла тәртип һағында тороусылар көйәрмәндәргә ҡамасауламаны. Ике аралағы бәрелештәр хаҡында хәбәр ителмәй.

XS
SM
MD
LG