Accessibility links

Кайнар хәбәр

4 кеше һыуҙа батып үлгән.


Республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл борсолоу тыуҙырмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө янында Ағиҙел йылғаһы 50 сантиметрға, Ҡариҙел йылғаһы 30, Бочкарево ауылы эргәһендә Дим йылғаһы 3 сантиметрға күтәрелгән. Ташҡын башланмаһа ла, һыуға батып үлеүселәр бар. Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылында бер бала һыуға ҡолай һәм унан үҙаллы сыға алмай. Өлкәндәр бер-нисә минуттан ҡыҙҙың үле кәүҙәһен табып ала.

Ошондай уҡ хәл Ишембай районында ла теркәлде. Эскән атаһының боларыуынан ҡурҡып бәләкәй малай урамға сығып китә. Дүрт йәшлек сабыйҙы, бер-ни тиклем ваҡыттан һуң әсәһе эҙләргә сыға, һуңынан уға ауыл халҡы ла ҡушыла. Малайҙың кәүҙәһе Бөркөтлө йылғаһында табыла. Республиканың ташҡынға ҡаршы көрәш комиссияһы бөгөн сираттағы ултырышын уҙғарҙы.

Унда билдәләнеүенсә, ғәҙәттәгесә быйыл Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Бөрйән районына ҡурҡыныс янай. Райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһынан Айрат Хоҙайғолов хәбәр итеүенсә, бынан бер-нисә йыл элек булған фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн хәҙерҙән үк етди саралар күрелә.Салауат районы да был көндәрҙә ҙур һыу көтөп йәшәй. Яҙ Йүрүҙән ярҙарынан сығып күп кенә ауылдарҙы һыу аҫтында ҡалдыра. Мәсьәләне хәл итеү өсөн 80 кәмә алғандар. Был бик аҙ, тиҙәр районда. Республикала ташҡындың иң юғары осоро 13-сө апрелдән көтөлә.

Ә Өфө тирәһендә һыу кимәле иң юғары нөктәһенә 20-се апрелдә етәсәк. Был турала тәбиғәттән файҙаланыу, урман ресурстары, тирә яҡ мөхитте һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, Ағиҙелдә һыу кимәле иң күбендә 850 сантиметрға, ҡариҙелдә 880 сантиметр, Димдә 700 сантиметрға тиклем күтәрелмәйәсәк. Уҙған йылда ташҡындың иң юғары кимәле 1-се майҙа теркәлгән. Ағиҙел һыуы 9 метрҙан ашҡан.
XS
SM
MD
LG