Accessibility links

чәршәмбе, 7 декабрь 2016, Казан вакыты 15:41

Әбйәлилдә курсант ерләнде


Башҡортостан илдең хәрби училищеларының береһендә белем алыусы тағы ла бер егетен юғалтты. Ҡазанда танк училищеһының һуңғы курсында уҡыусы Вадим Баҡыевтың ғүмере өҙөлә. Вадим бергә уҡыған курсантары менән сираттағы хәрби күнекмәләргә сыға. Шул ваҡыт танк эсендә янғын сығыуын белгерткән авария сигналы эшләй башлай. Вадим иптәштеренең барыһын да ҡотҡара, әммә үҙен үлемдән аралап ҡала алмай. Иҫен юғалтҡан егет бер нисә минуттан һуң госпиталдә йән бирә. Башҡорт егете Вадим Баҡыев тыуған яғы Әбйәлил районы Амангилде ауылында ерләнде, тип хәбәр итте беҙгә Әбйәлил районы Амангилде ауылы башлығы Мәжит Фәизов. Яңыраҡ Учалыла Новосибирскийҙағы хәрби училищела белем алыусы егет тә цинк табутта ҡайтҡайны.

XS
SM
MD
LG