Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 07:11

Газелдәрҙе нимә алмаштырыр?


Башҡала урамдарында күп пассажир һыйҙырышлы, уңайлы, экологик яҡтан таҙа автобустар ғына хәрәкәт итәсәк. Республика Хөкүмәтендә ошо туралағы документ әҙерләнә. Пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендәге үҙгәрештәр быйыл йәй ғәмәлгә инеүе ихтимал. Ҡалала 6 меңдән ашыу маршрут автобусы эшләй икән, тимәк ҡала 2020-се йылда йәшәй, тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев.Үҫеш планы буйынса, тап 12 йылдан ғына ҡала урамдары ошо күләмдәге автобустарҙы ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.
Әлегә иһә башҡалала автобустар һаны 4-5 тапҡырға күберәк. Яңы документ авторҙары үҙәк урамдарҙы тәү сиратта Газелдәрҙән бушатырға ниәтләй. Уларға 13 пассажир һыя, ә ҙур автобустарға 100-ҙән ашыу. Икенсенән, маршрутҡа сығыу өсөн двигатель Евро-3 стандарттарынан кәм булмаҫҡа тейеш.
Европала күптән инде Евро-4, Евро-5 стандарттарына күскәндәр. Өфөлә һәр унынсы автобус тап ошо категория буйынса маршруттан төшөп ҡаласаҡ. Төп талап, әлбиттә, хәүефһеҙлек.Пассажир транспортының техник торошо артабан дәүләт тарафынан етди контролдә тотоласаҡ. Март айында үткәрелгән махсус тикшереү һөҙөмтәһендә, ҡала урамдарынан шул сәбәпле бер мең ете йөҙ автобус алынған. Закон авторҙары әйтеүенсә, пассажир транспорты өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр тәҡдим итеп, улар шәхси компанияларҙы был өлкәнән ҡыҫырыҡлап сығарыуҙы күҙ уңында тотмай. Талаптарҙы күҙәтәһең икән - эшлә. Бер кем дә пассажирҙар йөрөтөү менән шөғөлләнеүсе ғәҙел эшҡыуарҙарға аяҡ салырға йыйынмай.

XS
SM
MD
LG