Accessibility links

Кайнар хәбәр

Бөйөк Еңеүҙең 63 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнәләр


Президент Мортаза Рәхимов фәрманы менән ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уға премьер-министр Раил Сарбаев рәйеслек итә. Шулай ҙа ойоштороу комитетының тәүге ултырышын уның урынбаҫары , Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов уҙғарҙы. Тәүге ултырышта байрамды ҡасан, нисек, ниндәй көстәр менән уҙғарыу мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы 8-се майҙағы Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк концерт һәм президент исеменән ветерандарҙы ҡабул итеүгә яуаплы. Райондарҙан 260-лап ветеран саҡырыла, улар менән бергә ҡабул итеүҙә 50-ләп чиновник ҡатнаша. 9-сы майҙа Еңеү паркында сәскә гөлләмәләре һалына, ветерандар өсөн фронт 100 грамы ла ойошторола. Фидус Ямалтдинов һуғышта ҡатнашыусыларҙың йылдан йыл кәмей барыуына борсолоп тереләрҙең ҡәҙерен белеп ҡалырға саҡырҙы. Башҡортостанда 14 мең 300 һуғыш ветераны тере.
XS
SM
MD
LG