Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 21:09

Янғындарға каршы ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде


Өфөлә ике уҡыусы мөгәрәптә һәләк булған. Рәсим фараз- 17 һәм 15 йәшлек үҫмерҙәр ағыулы газдан тонсоҡҡан. Уларҙың кәүҙәләрен синыфташ малай таба. Уның әйтеүенсә, көндөҙ был 3 уҡыусы урман ситендәге ошо ташландыҡ мөгәрәптә бергәләшеп һыра һөмергәндәр, һуңынан ул ҡайтып киткән, ике дуҫы мөгәрәптә тороп ҡалған. Тәфтишселәр фаразынса, үҫмерҙәр мөгәрәп эсендә ут яғып ҡуна ҡалғандар һәм угарлы газға тонсоҡҡандар.
Был ике үҫмер мөгәрәптә тәүге тапҡыр ғына булмаған, улар тәртипһеҙлек өсөн милицияла иҫәптә лә торған.
Уттан һәм төтөндән һәләк булыу осраҡтары бының менән генә бөтмәй. Хөкүмәт премьер- министры Раил Сарбаев ултырыш уҙғарып янғындарға бәйле хәлдең уғата киҫкен тороуына борсолоу белдерҙе.
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостан биләмәләрендә ямғырҙар бөтөнләй юҡ, өмәләрҙә йыйылған сүп-сарҙы үртәгәндә ут сығыу осраҡтары күп. Мәҫәлән, Ейәнсурала ауыл халҡы өмә яһап зыяратты таҙарта. Йыйылған сүп-сарҙы үртәгәндә утты ҡарауһыҙ ҡалдырыу сәбәпле зыяратта янғын сыға. Ут изге урынды тулыһынса үртәй. Йыл башынан республикала 1 мең 300-ҙән ашыу янғын булып 112 кеше утта янған. Һуңғы көндә 23 урында 250 гектар урмандар янған. Ошо сәбәпле республикала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.

XS
SM
MD
LG