Accessibility links

Кайнар хәбәр

Яңы премьерҙың яңы аҙымдары


Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Раил Сарбаев ауыл хужлығында тәртип урынлаштыра башланы. Ул көн һайын өсәр-дүртәр районда була. Бындай инспекциялар һөҙөмтәһендә хатта ҡайһы бер райондарҙың хакимиәт башлыҡтары алыныуы ла ихтимал. Һәр хәлдә был турала әле асыҡтан-асыҡ әйтелмәй, әммә етәксе вазифаларҙа һәр премьер үҙ кешеләрен күрергә теләгәне билдәле. Раил Сарбаев әлегә үҙ позицияһын аңлатмай. Шунлыҡтан уның эш сәфәрҙәрен радио һәм телевидениела яҡтыртыу мәсьәләһе лә килеп тыуған. Бына шулай, республика етәксеһе сит илдәр буйлап йөрөгәндә Раил Сарбаевҡа яңы вазифаға ныҡлап инеп китеү өсөн мөмкинлек бирелде. Республикалағы сәйәси аналитиктар әйтеүенсә, Раил Сарбаев бик етди етәксе, хөкүмәттә, тимәк башҡарма хакимиәттә тәртип буласаҡ. Тәүге кәңәшмәлә үк яңы премьерҙың Әбйәлил районы башлығын утлы табаға баҫтырыуы бар етәкселәргә лә һабаҡ булды. Шулай итеп, райондарға тыныс көндәр бөттө. Ҡайһы бер мәғлүмәтәргә ҡарағанда, май байрамдарында ла Раил Сарбаевтың бер-нисә районда булыуы көтөлә. Тап май байрамдарына Өфөлә митинг үтәсәк. Ул республикала эш хаҡтарын арттырыуға арналасаҡ. Рәсми мәғлүмәтәр буйынса, Башҡортостанда эш хаҡтары уртаса Рәсәй күрһәткесенән дә түбәнерәк. был митингты оппозиция үҙ маҡсатында файҙаланып ҡалыуы ихтимал. Социаль көсөргәнешлекте кәметеү, хеҙмәткәрҙәрҙе социаль яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында Республика президенты мортаза Рәхимов үҙ фарманы менән 2008-се йылдың 1-се июленән республикала минималь эш хаҡын 3 мең 500 һум күләмендә билдәләү буйынса саралар күрергә ҡушты. Указда Башҡортостан Хөкүмәтенә Рәсәйҙең хеҙмәт кодексы нигеҙендә минималь эш хаҡы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу башланғысы менән сығырға ҡушылған. Был килешеүгә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия- хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар ҡул ҡуйырға тейеш. Килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң Республика Хөкүмәте һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары 1-се июлдән дәүләт һәм муниципаль учреждение хеҙмәткәрҙәренең айлыҡ эш хаҡы 3 мең ярым һумдан да кәм булмауын тәьмин итергә тейеш. Был указ федераль ҡаҙнанан иғәнәләнгән ойошмаларҙа эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
XS
SM
MD
LG