Accessibility links

Кайнар хәбәр

Янғындарға ҡаршы көрәш


Фирғәнә урамында ташландыҡ баҡса биләмәһендә урынлашҡан мунсала ут сыҡты. Көслө елдә ялҡын ҡауланға тоҡанып тиҙ арала ихаталағы һарайҙарға ла күсә. Янғын һүндереүселәр килеүгә күршеләге бер нисә ағас йорт та тоҡанып китә. Ҡотҡарыусылар уттың таралыуын һәм газ шартлауын иҫкәртеп өлгөрә. Бәхеткә һәләк булыуслар юҡ.

Янғынға икенсе ауырлыҡ кимәле бирелә. Уны һүндереүгә 14 берәмек техника, 2 катер һәм биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәткәр йәлеп ителә. Тикшереүселәр билдәләүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәренең береһе йорт хужаларының сүп-сар үртәүендә. Благовещен районында баҡса таҙартҡан ваҡытта янғын сыға, утта оло йәштәге бер кеше вафат була.

Республика янғын һүндереү хеҙмәтенең бүлек етәксеһе Рәйес Әхмәтов байрам көндәрендә тәбиғәткә сығыусыларҙы ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡырҙы. Башҡортостанда әле янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителгән. Янғынға ҡаршы махсус режим урмандарҙа һәм ауыл-ҡасабаларҙа янғын сығыу ҡурҡынысы кәмегәнсегә тиклем дауам итәсәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүселәргә ҡарата саралар ҡәтғиләшәсәк. Штраф күләме мең ярым һум күләмендә билдәләнгән.
XS
SM
MD
LG