Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 17:10

1 Майда ҡатнашыусыларға ымһындырыу сараһы булды


Яҙ һәм хеҙмәт байрамы көндө Өфөлә урам йыйыны уҙғарылды. Уны профсоюздар ғына ойошторорға тейеш ине. Шулай ҙа берҙәм Рәсәй фирҡәһе менән фирҡәнең йәштәр ҡанаты- гвардеецтар ҙа митингҡа ҡушылды. Профсоюздар лайыҡлы эш хаҡы талап иткән плакаттар күтәреп сыҡһа, власть партияһы вәкилдәре һайлау алды вәғәҙәләре яҙылған саҡырыуҙар күтәрҙе.
Шуныһы ҡыҙыҡ- йыйын минималь эш хаҡын йәшәү минимумына тиклем күтәреүҙе талап итә. Ә президент Мортаза Рәхимов тап ике көн элгәре иң түбән эш хаҡын 3 мең ярымғаса күтәреү тураһында фарманды имзаланы. Әлбиттә, бөгөндән түгел, июль башынан, барыһына ла түгел, республика ҡаҙнаһынан финансланыусыларға. Шулай ҙа…
Беренсе майҙағы акцияға урамға халыҡты күберәк сығарыу өсөн ымһындырыу сараһы ла булды. Профсоюздар Мәжит ғафури исемендәге парктағы аттракциондарҙа бушлай йөрөү өсөн флайерҙар таратты. Родина кинотеатрында барған «Реаль атай» тип аталған киноға ташламалар ҙа бирҙе. Бынан тыш биш мең баннер, 16 меңләп листовка әҙерләнде. Тик ҡатнашыусылар өмөт иткәндән бик ныҡ ҙур айырма менән әҙ булды. Кемдер ауылға ҡайтҡан, кемдер баҡсаһында Хеҙмәт байрамын билдәләй тигәндәй.

XS
SM
MD
LG