Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 10:59

Ветерандар фатирлы булды


Бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм тол ҡалғандарҙың бер төркөмөнә фатир асҡыстары тапшырылды. Президент Мортаза Рәхимов, башҡа етәкселәр ҡатнашлығында 45 ветеранға үҙ мөйөштәренән асҡыс бирелде. Улар торлаҡ хәлдәрен яҡшыртыу буйынса ғариза яҙып 7-8 йыл сиратта торғандар.
Фатир биреү буйынса социаль акция йыл һайын уҙғарыла. Еңеүҙең 60 йыллығында мәҫәлән Өфө ҡалаһы хакимиәте 62, 2006-сы йылда 22, былтыр 19 инвалидҡа фатирҙар тапшырғайны.
Өфөлә 129 инвалид һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 71 ветеран торлаҡ хәлдәрен яҡшыртыу буйынса сиратта тора.

XS
SM
MD
LG