Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 15:38

Сәғитов эше


Новосибирск юғары хәрби команда училищеһы курсанты, Учалы егете Радмир Сәғитовтың ни сәбәпле үлеүен тикшереү алтынсы июлгә тиклем оҙайтылған. Училищела бының сәбәбен эш күләменең күплеге менән аңлатҡандар. Радмир Сәғитов бынан бер ай самаһы элек венаһын ҡырҡып бик күп ҡанын юғалтҡайны. Курсант үлеүе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алты кеше ҡулға алынған,уларға ғәйепләү белдерелгән. Радмирҙың ата-әсәһе улдарының үлемендә училищела белем алған осетиндарҙы ғәйепләй.

XS
SM
MD
LG