Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ветерандарға-машиналар


Тыныс тормошта улдарын юғалтҡан ата-әсә ғәҙеллек хөкөм һөрөр тип ышана. Ул арала бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының бер төркөмөнә еңел автомобилдәр тапшырылды. Был Сара Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән "Автоваз" заводы араһында һуғыш инвалидтарын транспорт менән тәэмин итеү тураһындағы махсус килешеүгә ярашлы үткәрелә. Башҡортостанда 108 ветеранға автомобиль документтары әҙерләнгән – уларҙың барыһы ла 2005-се йылдың 1-се ғинуарына тиклем сиратҡа баҫыусы һуғыш инвалидтары. Башҡа йылдарҙан айырмалы быйыл тәүге тапҡыр "ВАЗ-2107" автомобильдәре бирелә. Ветерандарға бүләкте "Автоваз" йәмғиәтенең Башҡортостандағы дистрибьютор үҙәге тапшыра. Һәр район-ҡала вәкилдәре салонда алдан раҫланған график буйынса хеҙмәтләндерелә. Социаль заказды үтәгәндә, йәмғиәт вәкилдәре ветерандарҙың шәхси теләктәрен дә иҫәпкә алған. 108 автомобиль араһында аяҡһыҙ ветеран өсөн ҡул менән идара итеүгә махсуслаштырылғаны ла бар. Башкиновидеопрокат йәмғиәте Еңеү байрамы уңайынан дәүләт кинотеатрҙарында һәм ауыл клубтарында күрһәтеү өсөн 200-ҙән ашыу документаль һәм нәфис фильм тәҡдим итә. Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы материалдар 35 миллиметрлы пленкаларҙа ла, Вэхаэс һәм Дивиди кассеталарҙа ла һаҡлана.
XS
SM
MD
LG