Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 03:07

“Берҙәм Рәсәй” маҡсаттар билдәләй


Берҙәм Рәсәй партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең сәйәси советы Президиумы бөгөн сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Унда төбәк бүлексәһе яҡын киләсәккә бурыстарҙы тикшерелде. Рәсәй Президенты, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайына һәм урындағы советтарға уҙған һайлауҙар берҙәм рәсәй партияһының ҙур еңеүҙәре менән тамамланды. Фирҡә ағзаһы Рәмзил Ишһарин әйтеүенсә, хәҙер партия төп иғтибарҙы сәйәси вәғҙәләрен үтәүгә, партияның ҡоролошон үҙгәртеүгә һәм илдә сәйәси көсөн артабан да арттырыуға бирәсәк.

Президиум ултырышында билдәләнеүенсә, көстө фирҡәнең Мәскәүҙә үткән 9-сы сьезында иғлан ителгән програманы бойомға ашырыуға бирергә кәрәк. 2020-се йылға тиклем иҫәпләгән был документ Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлын билдәләйәсәк. Унан тыш, яҡын киләсәктә партияның төрлө өлкәләргә ҡағылышлы үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға иғтибар биреү, республикала "Берҙәм Рәсәй" партияһына яңы ағзаларҙы ҡабул итеү эшен дә көсәйтеү кәрәклеге әйтелде.

XS
SM
MD
LG