Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 05:03

"Күк бүреләр" ҡаршы…


22-cе май Өфөлә мәғарифта федерлизмды юҡ итеүгә ҡаршы пикет ойошторола. Был турала бөгөн пикетты үткәреүселәр хәбәр итте. Шулай итеп, мәғарифта төбәк компонентын бөтөрөүгә ҡаршы “Күк бүре”, һәм ”Аҡтамыр” хәрәкәттәре ҡаршы сыға. Пикет урыны ла осраҡлы һайланмаған-Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан. Сараны ойоштороусыларға Салауат рухы ярҙамға килерме, уныһы әлбиттә билдәһеҙ, әммә күптәр был пикетты үҙенсәлекле пиар тип кенә баһалай. Сөнки Башҡортостан бына бер-нисә йыл федераль үҙәккә ҡаршы сыҡҡаны юҡ, мөстәҡиллек осоронда ҡабул ителгән барлыҡ ҡанундар федераль ҡанундарға яраҡлашып бөттө. Шуға ҡарамаҫтан, пикетты ойоштороусылар ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә өмөт итә. Шулай итеп, ”Күк бүре”, һәм ”Аҡтамыр” ойошмалары Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарына теләктәшлек белдерә.

XS
SM
MD
LG