Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Яңы үҙәк һайлау комиссияһы төҙөлә


Әлегеһе, алмаштырғыһыҙ барый Кинйәғолов рәйеслегендәгеһенең июньдә мөҙҙәте тамамлана.Ҡанунға ярашлы Үҙәк һайлау комиссияһының яртыһын республика парламенты билдәләй, ҡалған яртыһы, йәғни 7 кеше президент фатихаһы ала.
Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай уҙған аҙналағы ултырышында үҙ кандидаттарын раҫланы. Әле Валерий Гета, Рәшит Лоҡманов, Рөстәм Бикмәтов, элекке депутат Елена Родина һайланды. Әйткәндәй Родина ханым 4-се саҡырылыш парламентҡа һайлауҙарҙа оппозиция вәкиле Рәмил Бигнов менән бер үк округ буйынса ҡатнашҡайны. Һайлауҙа Бигнов әфәнде еңелде, Родина ханым да парламентҡа үтә алманы.
Һайлау комиссияһына шулай уҡ либерал демократтар вәкиле Евгений Былин менән Ғәҙел Рәсәйҙән Александр Сидякин да һайланды.
Яңы комиссия рәйесе вазифаһына президент тәҡдим иткән кандидаттарҙың береһе һайланыр тип көтөлә. Ишетелеүенсә, ул Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы Сергей Каменев буласаҡ.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов менән уның сәркәтибе Наилә Алтынова яңы комиссияла булмаясаҡтар. Яңы состав тураһында президент указы июнь урталарынан да ҡалмай иғлан ителәсәк.
XS
SM
MD
LG