Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә буласаҡ һалдат һәләк булған


Башҡортостан хәрби комиссариатында йәнә ғауға. Был юлы Саҡырылыш үҙәгендә Дыуан районынан хәрби хеҙмәткә саҡырылған Константин Сафонов атлы егет һәләк булды. Рәсми фараз буйынса, уның мейеһенә ҡан һауған.
Табиптар әйтеүенсә, ул ауылда һалдат оҙатыу кисәһендә хәмерҙе артығыраҡ тейәгән булған. Дыуандағы пунктта егет башҡа тиҫтерҙәре менән дә һуғышып та өлгөрә.
Тикшереү барышында Константин Сафоновтың баш ауырыуҙары яфаланыуы билдәләнә.Мәрхүмде уның тыуған яғында ерләгәндәр. Константин Сафонов ғаиләләге бишенсе, төпсөк бала.
Йәрмәкәй районында ла һалдат оҙатыу кисәһе фажиғәле тамамланған. Ҡунаҡҡа йыйылған 30-лап кешенең береһе буласаҡ һалдаттың эсенә бысаҡ ҡаҙаған. Уны табиптар ҡотҡарып ҡалған. Барыһы ла иҫерек булғанлыҡтан ыҙғыш сәбәбен бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмаған.
Әле республикала әрме йәшендәге 42 мең кешенең 29 мең самаһы саҡырыу комиссияларына килеп комиссия үткән, 8 мең 900 самаһы егет әрмегә саҡырылған. Был юлы 6 мең 600 егет һалдат кейеме кейәсәк. Йәғни Башҡортостанда 2 мең запас бар.
XS
SM
MD
LG