Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 20:51

Калининградка гуманитар ярҙам


Калининград өлкәһендәге заставаларҙың береһенә Башҡортостандан гуманитар ярҙам оҙатылды.

70 килограммдан ашыу ике посылканы мәктәп уҡыусылары үҙ көстәре менән йыйған. Йөктә кейем һалым, көнкүреш химияһы тауарҙары, тәмлекәстәр һәм шәхси гигиена әйберҙәре. Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты уларҙы һалдаттарға алып барып тапшырҙы. Өс йыл самаһы элек Башҡортостан хөкүмәте менән Калининград өлкәһенең сик буйы идаралығы араһында махсус килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Документҡа ярашлы, республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты яугир яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы Василий Утин исемендәге заставаны шефлыҡҡа алған.

XS
SM
MD
LG