Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 14:57

Өфөлә Рудольф Нуриев фестивале башланды


Бөгөн Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге 14-се халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башланды.

Донъя сәхнәһендә ҙур танылыу яулаған яҡташыбыҙҙың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған фестиваль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткәрелә. Тамашасы иғтибарына 5 спектакль тәҡдим ителә. Улар донъя классикаһы ынйылары - ”Лебединое озеро”, “Спящая красавица”,“Сильфида”, “Дон Кихот” һәм “Жизель” әҫәрҙәре. Төп рольдәрҙе шулай уҡ донъяға билдәле күренекле артистар башҡарасаҡ. Фестивальгә Мәскәү, Германия, Израиль, Италия, Испаниянан ҡунаҡтар көтөлә. Йомғаҡлау концерты 1-се июньгә тәғәйенләнгән. Фестиваль сиктәрендә Рудольф Нуриевтың шәхси әйберҙәренән тупланған яңы күргәҙмә лә эшләйәсәк. Опера һәм балет театры эрмитажына уларҙы Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара фонд бүләк иткән.

XS
SM
MD
LG