Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Салауат Юлаев” байрамға әҙерләнә


“Салауат Юлаев” хоккей клубы сираттағы миҙгелде яба. Команданы ҡотлау тантанаһында ҡатнашырға теләк белдереүсе журналистарға аккредитация үткәрелә башланы. Тантана 30-сы майҙа Өфө Арена боҙ һарайында уҙғарыла. Аренала был көндө хоккей буйынса донъя чемпионаты кубогы урын аласаҡ. Был кубок өсөн Рәсәй командаһы составында өс юлаевсы уйнағайны. Улар – Александр Еременко, Виталий Прошкин һәм Алексей Терещенколар. Программала миҙгелдең иң яҡшы уйынсыларын да билдәләү ҡаралған. Бүләкләү тантанаһынан һуң Ленин майҙанында Рәсәй эстрада йондоҙҙары, Дима Билан һәм Филипп Киркоров, Уматурман һәм Звери төркөмө ҡатнашлығындағы шоу-программа үткәреләсәк. Миҙгел ябыу тантанаһына билеттар ирекле һатыуға сығарылған, хаҡы 20 һум. Чемпион исемен алғас, юлаевсыларға 750 мең доллар премия түләнгәйне.
XS
SM
MD
LG