Accessibility links

Кайнар хәбәр

Антон Силуанов Өфөгә килеп ҡитте


Рәсәй финанстар министры урынбаҫары илдә алдағы өс йылға ҡаҙна- ара мөнәсәбәттәр хаҡында кәңәшмә ойошторҙо. Ултырышта илдең бар төбәктәренән дә финанстар өсөн яуаплылар ҡатнашты.

Яңыраҡ Республика Хөкүмәте премьер министры Раил Сарбаев Мәскәүҙә министр Алексей Кудрин менән осрашыуҙа Башҡортостан менән Рәсәй араһында быйыл һәм 2011-се йылға тиклем ҡаҙна-ара мөнәсәбәттәр, федераль финанс ярҙам фондынан республикаға бүленгән аҡсалар күләмен арттырыу, юл хужалығы объекттарын төҙөү һәм төҙөкләндереү мөмкинлектәрен тикшергәйне. Һөйләшеү барышында Республиканың юл селтәре объекттарын федераль ҡаҙнанан финанслау күләмдәрен арттырыу хаҡында һөйләшеп килешелде.
Антон Силуанов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәгә хәбәрселәрҙе керетмәнеләр. Ил финансистары ябыҡ ултырыш уҙғарҙы. Ул шулай уҡ президент Мортаза Рәхимов менән дә осрашты. Президенттың матбуғат хеҙмәтенең рәсми белдереүендә, унда республика менән үҙәк араһында финанс хәлдәрҙе яйға һалыу мәсьәләләре ҡаралған.
XS
SM
MD
LG