Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 17:25

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә хәйриә ярҙамдары


Республикала халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан хәйриә акциялары үтә, ширҡәт-ойошмаларҙа эшләүселәрҙең бер көнлөк эш хаҡын етемдәр мәнфәғәттәренә алып ҡалалар. Эшҡыуарҙар ҙа аҡса күсерә. Башҡортостан сауҙа үҙәгендә Йәйге шыршы тигән акция ойошторғандар. Яңы йыл шыршыһынан айырмалы, бында ботаҡтарға уйынсыҡтар түгел, ә социаль приюттарҙа тәрбиәләнгән етем һәм зәғиф балаларҙың фотоһүрәттәре эленгән. Диктор даими рәүештә кем ярҙам итә ала битараф булмағыҙ тигән белдереүен еткереп тора.

Шул уҡ ваҡытта үҙ балаһы яҙмышына битарафтар кәмемәй. Башҡортостан прокуратураһында 29 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында йәшәгән был ҡатын үҙ балаһын үлем хәленә еткереүҙә ғәйепләнә. Былтыр яңғыҙы бала табып ул сабыйын ҡарамаған, кейем дә, ашарға ла хәстәрләмәгән. Сабыйы сирләп киткәс дауаханаға алып барыуҙан да баш тартҡан. Аслыҡтан һәм өшөүҙән интеккән 1 йәшлек сабый вафат булған. Был ҡатынды 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала.

Статистиканан күренеүенсә, республикала былтыр 54 мең, быйыл 5 айҙа 13 мең сабый яҡты донъяға килгән.

XS
SM
MD
LG