Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 21:00

Мигранттарға талаптар көсәйә


Башҡалала “Мигрант”, операцияһы тамамланды. Ул Өфөлә законһыҙ рәүештә йәшәгән һәм эшләгән сит ил граждандарын асыҡлау маҡсатында ойошторолғайны.

Статистика күрһәтеүенсә, мигранттар мегаполистарҙа ҡалырға тырыша. Ҡалала улар төҙөлөш, сауҙа тармағында эшләй. Миграция хеҙмәтенән Салауат Хилалов әйтеүенсә, мигранттар хеҙмәте менән ҡулланырға теләүселәр бик күп. Был аңлашыла. Улар бик түбән хеҙмәт хаҡына тәүлек әйләнәһенә тир түгергә лә риза. Һәр мигранттың рөхсәт ҡағыҙы, медицина справкаһы, башҡа документтары булырға тейеш тигән ҡағиҙәне барлыҡ хужалар ҙа үтәп бармай. Ҡағиҙә боҙған осраҡта штрафтар бик ҙур. Законһыҙ бер мигрант өсөн 300 мең һум самаһы штраф һалына. Шуға ҡарамаҫтан арзан һәм законһыҙ эшсе көскә һорау ҙур. 10 көн эсендә генә Өфөнөң Октябрь районында 30-ҙан ашыу протокол төҙөлгән, 2 мигрант тыуған иленә ҡайтарылған, йәнә 5-һе сиратта тора.

XS
SM
MD
LG