Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 05:56

Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү ҡаралды


Республиканың тәбиғәт менән файҙаланыу, урман ресурстары һәм тирә яҡ мөхит министрлығы бөгөн урман фондында былтырғы дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Тәүге дауыл республика биләмәләрендә уҙған йылдың беренсе июнендә теркәлгәйне. Айырыуса, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Илеш, Иглин, Ғафури райондарының урман фонды ҙур ҡаза күрҙе, меңәр гектарҙа ағас йығылды. Дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса республикала махсус штаб төҙөлгәйне. Бөгөн уның ағзалары башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ултырыш ябыҡ ишектәр артында үтте.

XS
SM
MD
LG