Accessibility links

Кайнар хәбәр

Сочи-Олимпия уйындарынан Уфа аферистары файҙалана алмаясаҡ


Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарын айырым кешеләр аҡса эшләп ҡалыу сығанағына әйләндерергә тырыша.

Остап Бендер вариҫтары һаны кәмемәй, арта бара. Юҡ урындан аҡса эшләү модаһы күптәрҙе үҙенә ылыҡтыра. Был йәһәттән Башҡортостан аферистары ла ҡалышмай. Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарын айырым кешеләр аҡса эшләп ҡалыу сығанағына әйләндерергә тырыша.

Әммә бындай эшмәкәрлек йыш ҡына ҡанун талаптары буйынса алып барылмай.Өфөнөң Киров районы прокуратураһы Сочи - 2014 яҙмаһы булған футболкаларҙы сауҙанан алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, махсус символикалы тауар етештерер алдынан коммерсанттар Халыҡ-ара Олимпия комитеты менән килешеү төҙөргә тейеш. Хәҙер был эште монополияға ҡаршы көрәш хеҙмәте һәм арбитраж мәхкәмә ҡараясаҡ.
XS
SM
MD
LG