Accessibility links

җомга, 9 декабрь 2016, Казан вакыты 18:43

Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғәриповҡа бюст асылды


Һәйкәлдең авторы - урындағы скульптор Хәйҙәр Ғарипов.

Шағир һыны Сибай институты ҡаршыһында былтыр нигеҙ һалынған Хәтер аллеяһында урынлаштырылған. Сибайҙар шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса яҡшы ғына эштәр башҡара. Былтыр унда ҡыҙылдар тарафынан язалап үлтерелгән башҡорт шағиры Шәйхзада Бабичҡа ла һәйкәл асылғайны.

Ә бына Силәбелә билдәле ғалим Дамир Вәлиевтың исеме мәңгеләштерелә. Силәбе өлкәһе Арғаяш районында уның тыуған Ново-Соболево ауылындағы мәктәпкә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Әйткәндәй мәктәп тә ғалим исемен йөрөтә.

Дамир Жәүәт улы Вәлиев- билдәле философ, тарихсы, республика фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. 1972 йылдан Башҡортт дәүләт университетында эшләй. Бында кафедралар менән етәкселек итә, тарих факультеты деканы. Ул 2002 йылда йөрәк сиренән дауахана коридорында вафат булды.

XS
SM
MD
LG