Accessibility links

шимбә, 3 декабрь 2016, Казан вакыты 09:53

Янғындар, үртәүҙәр…


Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә 12 ҡатлы йортта лифт яна, дөрөҫөрәге уны үртәгәндәр.

Янғын беренсе ҡатта була, уны ошо йортта йәшәүсе бер кеше һүндерә, әммә лифт файҙаланыуға яраҡһыҙ хәлгә килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уға кемдер ут төрткән булған.

Башҡортостанда янғындар бик күп теркәлә. Республика хөкүмәте хатта ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеп урманда усаҡ яҡҡандарҙы штраф менән ҡурҡытыуы ла файҙа килтермәй. бары һуңғы аҙналарҙың үтә ямғырлы булыуы ғына урман янғындары һанын кәметте.

Ә бына Ейәнсура районы Таҙлар ауылында машиналарға бәйле янғын була. ИЖ маркалы автомашинаһы хужаһы руль артында тәмәке тарҡанда тиҙлек рычгы хәлен бутап алға бирәһе урынға яңылыш артҡа бирә һәм 15-се модель ВАЗ автомобиленә бәрелә. Шул ваҡытта был машина яна башлай Баҡтиһәң бәрелешкән саҡта бензин багы зыян күргән, ут шул арҡала сыҡҡан. Машина тулыһынса янып бөтә.

XS
SM
MD
LG