Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 15:39

Салауат Юлаевтың баш тренеры Сергей Михалевта яҙыусылыҡ һәләте асылған


Ул Алтын хыял тренеры тигән китап яҙған. Баҫма августа нәшер ителәсәк. Спорт сәхифәләре яҙыуынса, китаптың тиражы 100 мең дана буласаҡ.

Сергей Михалев был китабын 5 йыл элек Череповец ҡалаһында Северсталдең тренеры булғанда яҙа башлаған. Тик ул саҡта алтын яулай алмағас нәшер итеүҙән туҡтап торған булған. Уҙған миҙгелдә ул Салауат Юлаев командаһы менән чемпион исемен яуланы һәм шунда уҡ китапты нәшриәткә биргән. Был тиклем күп китапты һатып буламы икән тигән шикләнеүҙәр ҙә бар. Ни тиһәң дә 100 мең штук бит. Шул уҡ спорт сәхифәләрендә көйәрмәндәр кинәйәләү ҡатыш әгәр ҙә Сергей Михалев бер китабын автограф менән Мортаза Рәхимовҡа бүләк итһә, республикалағы барлыҡ начальниктар ҙың да өҫтәлен ошо баҫма биҙәйәсәк, китап хатта көйәрмәндәргә етмәй ҙә ҡаласаҡ тип яҙалар.

Сергей Михалев Салауат Юлаев командаһына алтын яуларға ярҙам иткәс башҡортостандың милли батыры дәрәжәһенәсә күтәрелде. Булған барлыҡ бүләктәр, маҡстаулы исемдәр бирелде. Хәҙер хатта уны Өфөнөң маҡтаулы ватандашы итеп иғлан итеү хаҡында ла хәбәрҙәр йөрөй. Әле Өфөлә 28 шәхес ошондай исемгә лайыҡ. Улар араһында президент Мортаза Рәхимов, Өфөнөң элекке башлығы Михаил Зайцев, билдәле артиска Гөлли Мөбәрәкова һәм башҡалар бар. Алтын хыял тренеры китабы авторының да ошо исемлекте тултырыуы бик ихтимал.


XS
SM
MD
LG