Accessibility links

якшәмбе, 4 декабрь 2016, Казан вакыты 09:14

Ни өсөн йәштәр милли батыр хаҡында белмәй?


Сәйәси буталсыҡ араһында милли батыр Салауат Юлаевтың тыуған көнө һиҙелмәйенсә генә үтеп китте

Уға тик милли батырҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнгән ғалимдар ғына иғтибар итте. Ғалим Мирас Иҙелбаев Салауат Юлаевтың бала, үҫмер сағына бәйле ваҡиғалар өйрәнелмәгән, Ырымбур, Эстониялағы архив материалдары менән ентекләп танышырға, Салауат исемен мәңгеләштереү, донъя кимәленә сығарыу өсөн фильм төшөрөү һәм фәнни эштәрҙе сит телдәргә тәржемә итеп баҫтырырға кәрәк тип белдерҙе. Салауат Юлаевтың исеме күптәрҙе бергә туплай. Һуңғы йылдарҙағы Салауат йыйындары, ғәмәли конференциялар юғары кимәлдә уҙҙы. Быйыл хоккей командаһының чемпион исемен яулауы Салауат исемен бик күп тарафтарҙа яңғыратты. Милли батырҙы пропагандалауҙа Салауат йыйындарының да әһәмиәте арта. Быйыл ул Салауат ҡалаһында уҙасаҡ. Мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыйынға әҙерлек ҙур кимәлдә ҡуйылған. Театрлаштырылған тамашала ҡатнашасаҡ ҡунаҡтар өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу, транспорт, йәшәү урыны, хәүефһеҙлек мәсьәләләре хәл ителә. Байрамда 60 меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Йыйынға махсус саҡырыласаҡ ҡунаҡтар һаны ғына 4 меңдән ашыу. План буйынса, байрам майҙанында 80 тирмә урын аласаҡ, бәйгегә 200 ат йәлеп ителәсәк. Ат ярыштарының тәүге репетицияһын бер аҙна алдан уҡ башлау күҙаллана. Байрамдың төп үҙенсәлегенә әйләнгән "Салауат йыйыны батыры" һәм "Сая ҡыҙ" бәйгеләрендә ҡатнашыусылар исемлеге билдәләнгән.

XS
SM
MD
LG