Accessibility links

дүшәмбе, 5 декабрь 2016, Казан вакыты 11:40

Парламент юлсылар ташыу хеҙмәтенә үҙгәрештәр керетә


Ҡанун проекты бөгөн ҡоролтай ултырышында ҡабул ителде.

Башҡортостанда Газелдәргә ҡаршы көрәш башланды. Республика парламентында маршрут һәм еңел таксиҙарҙа юлсылар ташыу тураһындағы ҡанун проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Дмитрий Купцов әйтеүенсә, пассажир транспортын хеҙмәтләндереү эшен ойоштороуға күптән үҙгәрештәр индерергә кәрәк булған. Яңы ҡанунға ярашлы, күпме автобус һәм улар ниндәй маршрут буйынса йөрөйәсәген, шулай уҡ пассажирҙарҙы ниндәй маркалы автобустар хеҙмәтләндерәсәген дә урындағы үҙидаралыҡ органдары хәл итәсәк. Ҡала һәм район хакимиәттәренең юлсыларҙы хеҙмәтләндереүгә заманса автобустарҙы сығарыу теләге лә тәбиғи. Ни өсөн Форд, Мерседес, Хёндай һәм башҡа маркалы заманса пассажир транспорты булғанда, беҙ халыҡты иҫкереп бөткән автобустарҙа йөрөтөргә тейешбеҙ. Бында тәүге урынға хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡуйылған тип белдерә ҡанунды әҙерләүсе комитет депутаттары.
Өфөлә көн һайын меңдән ашыу маршрут автобусы сыға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙың яртыһы бер ниндәй рөхсәт ҡағыҙынан тыш эшләй. Йәғни водителдәр бер нимә өсөн дә яуап бирмәй.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ тап Газелдәргә өҫтөнлөк бирә. Һәр туҡталыш һайын кеше тейәп-төшөрөп барған оҙон автобуста ваҡыт әрәм иткәнсе газелдә тәғәйен урынға елдереп бараһың да етәһең.

XS
SM
MD
LG