Accessibility links

пәнҗешәмбе, 8 декабрь 2016, Казан вакыты 21:15

Һыуға батыусылар һәм янғындар арта


Республикала эҫе көндәр тора. Урыны менән һауа температураһы 40 градусҡаса етә. Эҙемтә булараҡ һыуға батыусылар ҙа арта.

Республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт саралары Хәйбуллалағы фажиғә хаҡында хәбәр итте. Беҙ фажиғә тураһында район эске эштәр идаралығы вәкиле Нурислам Манишевтан тулыраҡ мәғлүмәт алдыҡ.

Янғындар менән дә хәл ҡатмарлы ҡала. Көйөргәҙелә Ермолаево ҡасабаһы янындағы сүплектәге янғынды һүндереү дүрт көн рәттән дауам итә. Махсус отрядтар асыҡ урындағы ут эҙемтәләрен бөтөрһә лә, полигон төптән быҫҡый. Белгестәр һүҙенә ҡарағанда, төтөндә ағыулы матдәләр - токсиндар күп. Райондағы был сүплек егерме йылдан ашыу эшләп килә. Ул техник яҡтан да хәүефле. Яңы полигон булдырыу әлегә проектта ғына ҡала. Әлегә халыҡ ағыулы төтөн еҫкәргә мәжбүр.

Үткән ике көндә Республикала 20-гә яҡын янғын сығыу осрағы теркәлгән. Утта 2 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3 кеше йәрәхәтләнгән. Өфөлә генә алты урында янғын сыҡҡан. Өфөлә Минһажев урамындағы янғында ике кеше һәләк булды. Янғын тураһындағы хәбәр иртән алты сәғәттә алына. Уға өсөнсө ауырлыҡ категорияһы бирелә. Ут беренсе ҡатта сыҡҡанлыҡтан икенсе ҡатта йәшәүселәргә тәҙрәнән һикерергә тура килә. Янғында ике кешенең ғүмере өҙөлә. Йорт тулыһынса янып бөтә.

Ишембай, Октябрьский, Яңауыл, Бишбүләк, Иглин, Ауырғазы, Благовар, Баҡалы, Әлшәй, Күгәрсен, Саҡмағош, Дәүләкән, Өфө райондарында янғындар сыҡҡан. Янғын һүндереү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үтә аяныслы хәл Өфө районының Киров районында теркәлгән. Бында Минһажев урамындағы 52-се йортта янғын сығып, уны һүндергәндә 2 ҡатындың мәйете табылған. Әле был янғын сәбәптәре өйрәнелә. Урман яныу осраҡтары теркәлмәгән, әммә янғын һүндереүселәр бер-нисә тапҡыр янған үләнде һүндереүгә йәлеп ителгән.

XS
SM
MD
LG