Accessibility links

Кайнар хәбәр

1 июльдән Башҡортостанда юл йөрөү хаҡтары арта


7 һумлыҡ автобустар 10 һумлыҡҡа әйләнәсәк.

Республика хөкүмәте ошо турала бойороҡ әҙерләгән. "Башавтотранс" йәмғиәте хаҡтарҙы күтәреүҙе мәжбүри тип атай. Сөнки яғыулыҡ һәм энергияға хаҡтар ҡиммәтләнде. Шулай итеп әлегә тиклем 7 һумлыҡ автобустар 10 һумлыҡҡа әйләнәсәк. Маршрут таксиҙары 5 һумға артып 15 рубль буласаҡ. Махсус маршруттарҙа юл үтеү 25 тәңкәгә етәсәк. Айлыҡ абоненттар алғанда 10 һум урынына 40 тингә арзаныраҡҡа йөрөп буласаҡ тип белдерә "Башавтотранс". Бер айлыҡ билет 595 һум буласаҡ. "Башавтотранс" хаҡтар миҡдарын Мәскәү менән сағыштырып арттыра.

XS
SM
MD
LG