Accessibility links

Кайнар хәбәр

Учалы бейеүселәре Американы яуларға әҙерләнә


Ансамбльгә Байрамғол агрофирмаһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән.

"Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамбле июль баштарында Ҡушма штаттарға гастрольдәр менән юлланасаҡ. Флорида штатында Халыҡ-ара фольклор фестивале үтәсәк. "Ләйсән" ансамбле артабан Мексика һәм Бразилияға ла барасаҡ. Бейеүселәр фестиваль өсөн махсус әҙерләнгән. Ансамбль солисы Ғәлимйән Хилажев әйтеүенсә, Америкала улар төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарасаҡ. Гастрольдәр өсөн костюмдар тегеүгә 4 миллион һум аҡса тотонолған. Ансамбльгә Байрамғол агрофирмаһы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән.
XS
SM
MD
LG