Accessibility links

Кайнар хәбәр

“Рәсәй башҡорттары” программасы федерация шурасында ҡараласаҡ


Унда дәүләт мәғариф стандартынан алынған төбәк компонентын уҡытыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Был хаҡта дәүләт думаһы депутаты Морат Кейекбаев белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл ноябрь Өфөлә дәүләт думаһының милләттәр эше буйынса комитетының күсмә ултырышын үткәреү ҡарала.

Морат Кейекбаев әйтеүенсә, ғәмәлдәге “Мәғариф тураһындағы” ҡанун төбәктәр мәнфәғәтен һанға һуҡмай. Күсмә ултырышта Рәсәй халыҡтарының Милли-мәҙәни ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән ҡарарҙар ҡабул ителергә тейеш, сөнки рәсәй конституцияһында халыҡтарға тыуған телен һаҡлау, уны өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу гарантиялана тине Морта Кейекбаев.
XS
SM
MD
LG