Accessibility links

шимбә, 10 декабрь 2016, Казан вакыты 00:23

Мәҙәни ҡиммәттәр контрабандаһы осрағы теркәлде


Төркиәгә ял итергә барыусы ханым, 1839-сы йылғы тәңкәне сит илгә алып сығырға ниәтләй.

Ләкин уның мәҙәни ҡиммәткә эйә икәнлеген иғтибарға алмай. Тәңкә таможня хеҙмәттәре тарафынан тартып алына, ә уның хужаһына ҡарата 188 статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. 1839-сы йылда һуғылған баҡыр 2 тин дәрәжәһендәге аҡса, тәү ҡарамаҡҡа әллә ҡиммәтле түгел кеүек, ләкин бөгөнгө күҙлектән уның тарихи әһәмиәте ҙур, тип билдәләй белгестәр. Ҡанунға ярашлы мәҙәни байлыҡтарҙы сит илгә сығарыу өсөн декларация талап ителә, әгәр ҙә бындай әйберҙәр тейешле урында теркәлмәһә ул контрабанда иҫәбенә инә. Бындай ҡанундарҙы үтәмәүселәр енәйәт яуаплылылығына тарттырыла.

XS
SM
MD
LG