Accessibility links

сишәмбе, 6 декабрь 2016, Казан вакыты 17:06

Радий Хәбиров эше парламентта ҡаралды


Бөгөн дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары сираттағы бишенсе ултырышын үткәрҙе.

Унда алдан хәбәр ителгәнсә, Константин Толкачев вазифаһынан китмәне. Ултырышта уҡытыусылар мәнфәғәтен яҡлаусы яңы ҡанун проекты тикшерелде. Ауыл ерендә йәшәүсе мәғариф хеҙмәткәрҙәренә ҡаралған социаль ташламаларҙың бер нисә төрө ғәмәлдән сыҡҡайны.

Уларҙы кире ҡайтарыу күҙаллана, йәғни, педагогтар өсөн торлаҡ, коммуналь түләүҙәргә хаҡтар тулыһынса тиерлек компенсацияланыуы ихтимал. Документтың көҙгә ғәмәлғә инеүе күҙаллана - депутаттар уны өс уҡыуҙа ҡабул итергә һәм президент ҡарамағына тапшырырға тейеш.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында Радий Хәбиров биргән мәғлүмәттәҙең ысынбарлыҡҡа тап килеүе тураһындағы мәғлүмәт тә ҡаралды. Иҫәп палатаһы рәйесе Валерий Кургузов сығыш яһаны.

Ул Радий Хәбиров биргән килем тураһындағы декларацияла тулы мәғлүмәтәр бирелмәгән, тикшереүҙең контроль-иҫәп палатаһы тарафынан түгел, коррупцияға ҡаршы комиссия тарафынан үткәрелеүен айырым билдәләп үтте. Ул әлегә тикшереү тамамланманы, ватандаштарҙан Радий Хәбировтың ҡырын эштәре хаҡында мәғлүмәттәр килә тине. Валерий кургузов уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында әйтеп тә үтте.

Дәүләт думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваны иң аптыратҡаны, Радий Хәбиров тарафынан һайлауҙар барышында фальсификацияларға юл ҡуйылыуы.

Ултырыш көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙең береһе пассажир транспортына ҡағылды. Был туралағы ҡанун проектын депутаттар өсөнсө уҡыуҙа ҡараны. Документҡа ярашлы, башҡала урамдарында күп пассажир һыйҙырышлы, уңайлы, экологик яҡтан таҙа автобустар хәрәкәт итергә тейеш.

Пассажир транспортының техник торошо артабан дәүләт тарафынан етди контролдә тотоласаҡ. Ҡанун авторҙары әйтеүенсә, пассажир транспорты өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр шәхси компанияларҙы был өлкәнән ҡыҫырыҡлап сығарыуҙы күҙ уңында тотмай. Талаптарҙы күҙәтәһең икән - эшлә. Бер кем дә пассажирҙар йөрөтөү менән шөғөлләнеүсе ғәҙел эшҡыуарҙарға аяҡ салырға йыйынмай. Ҡала-яны-поездары расписаниеһын хәҙер кеҫә телефондары аша ла белешергә мөмкин.

Бының өсөн 28-80 номерына смс хәбәр ебәрергә кәрәк. Өфө тимер юлы вокзалынан хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәтләндереүҙең был төрө менән һәр кем ҡуллана ала. Йәйге осорҙа пассажирҙар һаны арта. Икенсенән, тимер юлында алып барылған төҙөкләндереү эштәре арҡаһында поезд расписаниеһына йыш ҡына үҙгәрештәр индерелә. Был турала вокзалда хәбәр итеп торалар, әммә пассажирҙар уңайлығы өсөн СМС хеҙмәтләндереү төрө лә индерелгән. Ҡала-яны поездары хәрәкәте тураһындағы белешмә алдағы тәүлеккә бирелә. Тағы ла бер ҡабатлайбыҙ - ҡыҙыҡһындырған маршрут расписаниеһын белер өсөн смс-хатты 28-80 номерына яҙырға кәрәк.

XS
SM
MD
LG