Accessibility links

Кайнар хәбәр

Социаль ташламалар кире ҡайтарыла


Ауыл ерендә йәшәүсе мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәренә ҡаралған социаль ташламалар кире ҡайтарыласаҡ.

Республика парламенты ҡабул иткән һәм уҡытыусылар мәнфәғәтен яҡлаусы яңы ҡанун проектына ярашлы, педагогтар өсөн торлаҡ, коммуналь түләүҙәргә хаҡтар тулыһынса тиерлек компенсацияланыуы ихтимал. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, был һан айына уртаса 500 һумға барып баҫа. Документтың көҙ айҙарында ғәмәлғә инеүе күҙаллана - депутаттар уны өс уҡыуҙа ҡабул итергә һәм президент ҡарамағына тапшырырға тейеш. Рәсәй газетаһы яҙыуынса, ауыл педагогтарына компенсациялар 2007 йылдың апреленән башлап иҫәпләнәсәк.

XS
SM
MD
LG